

Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге Күгәрсен районының Мораҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн сираттағы һөнәри йүнәлеш биреү дәресе үтте. Балалар ҡыҙыҡлы тармаҡтар тураһында фекер алышты, был тармаҡтар тураһында раҫлауҙарҙың дөрөҫлөгөн билдәләне. Уҡытыусылар менән бергә балалар үҙҙәренең күңелдәре ҡайҙа ятҡанын һәм ниндәй һөнәрҙең уларға ғына яраҡлы түгел, ә илебеҙҙә ихтыяж менән файҙаланыласағын хәл итә. Шулай уҡ улар үҙ предприятиеһын уның исемен, эмблемаһын, төп бурыстарын уйлап сығарҙы. Уның нимә менән шөғөлләнәсәген, йәмғиәткә ниндәй файҙа килтереүен билдәләнеләр.