

Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге Күгәрсен районының Мораҡ Башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә мәктәп китапханаһында "Ғорурланам, республикам менән!" исемле китап күргәҙмәһе ойошторола, унда республиканың төрлө ваҡытта барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тарихы, күп милләтле халыҡ, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары, Башҡортостан тәбиғәтенең байлығы, республиканың билдәле кешеләре тураһында китаптар тәҡдим ителә.