+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2023, 09:58

Башҡорт теленән олимпиадала 27 614 кеше ҡатнашты

11-15 октябрҙә интернет селтәрендә онлайн форматта Башҡорт теленән олимпиада үткәрелде https://basholimpiada.ru/. Сарала барлығы 27 614 кеше ҡатнашты, тип еткерә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.

Башҡорт теленән олимпиадала 27 614 кеше ҡатнаштыБашҡорт теленән олимпиадала 27 614 кеше ҡатнашты
Башҡорт теленән олимпиадала 27 614 кеше ҡатнашты
Олимпиадала ҡатнашыусыларға төрлө кимәлдә онлайн-тест һорауҙар
әҙерләнгән ине: башланғыс, иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең
диалекттарын яҡшы белеүселәр өсөн. Биш көн дауамында барған сарала
барлығы 27 614 кеше: башланғыс кимәлдә 17 557, иркен аралашыусылар
кимәлендә 8 843, ә башҡорт теленең диалекттары кимәлендә 1 214 кеше
белемен тикшергән. Барлығы 67 Рәсәй регионы, 23 төрлө ил вәкилдәре
ҡатнашҡан. Улар араһында иң әүҙемдәре Башҡортостан, Мәскәү ҡалаһы
һәм өлкәһе, Татарстан республикаһы, Һамар һәм Свердловк өлкәләре. Сит
илдәр араһынан иң күп ҡатнашыусылар сайтҡа Франция, Германия, АҠШ
һәм Нидерланды илдәренән ингән.
“Кеше туған телен өйрәнергә тырышһын өсөн шарттар, яҡшы методик
һәм техник программалар булдырырға кәрәк. Башҡорт теленән олимпиада -
телде популярлаштырыуҙа яҡшы ҡоралдарҙың береһе.” - тине
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров.
Олимпиада тамамланды, һәр ҡатнашыусы сайтта белемде үҙаллы
тикшереү өсөн баҫылған һорауҙарға дөрөҫ яуаптарҙы ҡарап, үҙ хаталарын
тикшерә ала.
Сараны ойоштороусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы
һәм "УМАЙ" этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма.
Проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ
итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Башҡорт теленән олимпиадала 27 614 кеше ҡатнашты
Башҡорт теленән олимпиадала 27 614 кеше ҡатнашты
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас