

1000 һумлыҡ банкнота Волга буйы федераль округына арнала. Бер яғында – Түбәнге Новгород ҡалаһы төшөрөлгән, икенсеһендә – Татарстан тематикаһы, унда Сөйөмбикә манараһын да күрерһегеҙ.
5000 һумлыҡта иһә – Урал федераль округы. Екатеринбургтағы “Европа – Азия” стелаһын, Силәбеләге – “Урал хаҡында риүәйәт” композицияһын, Салехардтағы “66 параллель” стелаһын табырға була.
Шунда уҡ башҡалабыҙ Өфөнөң Археология һәм этнография музейы йорто күренеше лә урын алған. 1910 йылда модерн стилендә төҙөлгән был бинала сауҙагәр Елена Поносова-Молло йорто урынлашҡан булған. Шулай итеп, 1000 һумлыҡ купюра дөйөм Волга буйы федераль округының күренештәренә арналған.
Рәсәй Үҙәк банкы хәбәр итеүенсә, 2024-2025 йылда Өфөгә арналған яңы тимер аҡсалар ла әйләнешкә сығарыласаҡ.