+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь 2023, 12:46

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ

Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙылар.

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ

Беренсе синыф уҡыусылары районыбыҙҙа урынлашҡан тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙылар. Ҡиммәтле экспонаттар тупланған был район музейы патриотик тәрбиә үҙәге булып тора. Унда төрлө кисәләр, күргәҙмәләр, байрамдар үткәрелә.
Музей хеҙмәткәрҙәре укыусыларҙы дүрт зал менән яҡындан таныштырҙы. Айырыуса уҡыусыларға этнография залы оҡшаны. Был залда үҙҙәренә таныш булмаған әйберҙәрҙең тәғәйенләнеше һәм ҡулланылышы тураһында белделәр, ата-бабаларыбыҙҙың тормошо һәм көнкүреше, боронғо йолалары менән таныштылар. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙар бирҙеләр. Ауырғазы районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында ла бай мәғлүмәт алдылар.
Ошондай йөкмәткеле экскурсия ойошторғандары өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы,
башланғыс кластар уҡытыусыһы

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ
Автор:
Читайте нас: