

Шаршамбы Стәрлетамаҡта башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе «шайморатовсылар» кластары менән сара үткәрҙе.
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла йәш «шайморатовсылар» сараның абруйлы ҡунаҡтары менән бергә шыршы ултыртты, шул рәүешле «шайморатовсылар» кластары аллеяһына нигеҙ һалынды, тип хәбәр итә ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Ошонда уҡ махсус хәрби операция яугирҙәре гимназияның «шайморатовсылар» кластары уҡыусыларына легендар комдив, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов дошманға ҡаршы алышып һәләк булған ерҙең тупрағы һалынған капсула тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостанда яңы уҡыу йылында «шайморатовсылар» кластарының 99-ға күберәк буласағы хаҡында хәбәр иткәйне.