Квиз-уйын - логикаға, аҡылға һәм донъяға ҡарашҡа арналған
башватҡыс уйын-викторина. Был алым төрлө телде, фәнде һәм ғөмүмән, бөтә
нәмәне өйрәнеүҙә лә уңышлы. Уйын башҡорт телендә алып барыла, был
йәмғиәттә башҡорт телен үҫтереүгә ярҙам итә. Уйын тәртибенә килгәндә, ул
3 раундтан тора: 1 раунд – викторина, 2 раунд – ирекле һорауҙар һәм 3 раунд
– музыкаль викторина. Беренсе, икенсе этапта – 10-ар һорау, өсөнсө этапта –
5 Һорауҙар белемгә, логикаға, стандарт булмаған ҡарашҡа; ҡатмарлы һәм
ябай, тематик һәм төрлөгә бүленә.
Уйында 7 кешенән торған 10 команда ҡатнаша ала. Теләүселәргә
ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ. Теркәлеү өсөн һылтанма:
https://forms.gle/c4nmpmZknKq9A3TA9.
Проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә
булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.