+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2023, 14:11

Беренсе башҡорт романы авторы Ғәйнән Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл

Халҡыбыҙ тарихында үҙенең тәрән эҙен ҡалдырған күренекле башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист Ғайнан Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ул мәктәптә мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында таҡтаташ асыу менән башланды. 

Беренсе башҡорт романы авторы Ғәйнән Хәйриҙең тыуыуына 120 йылБеренсе башҡорт романы авторы Ғәйнән Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл
Беренсе башҡорт романы авторы Ғәйнән Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Көҙәй ырыуы советы, Нуриман районы хакимиәте, Иҫке Исай ауыл советы, Иҫке Күл ауылы мәктәбе ойошторҙо. Халыҡ хәтере – мәңгелек тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ғайнан Хәйриҙең исеме лә халҡына дан булып кире әйләнеп ҡайтты. Үҙҙәренең сығыштарында ла тантанала ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхесебеҙҙең республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы, Нуримандарға арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарын күтәрмәләүе, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тантананан һуң ҡунаҡтар мәктәп музейы менән дә яҡындан танышты, уй-теләктәрен еткерҙе, мәктәп уҡыусылары тарихсылар менән дә осрашты. Һәр береһенең сығышы бик мәғлүмәтле булды. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы Рөстәм Сәғиҙуллин көҙәй ырыуы хаҡында ентекле мәғлүмәт еткерҙе.
Ә төштән һуң Иҫке Күл ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә «Ғайнан Хәйри уҡыуҙары» үтте. Унда 17 йәшкә тиклемге, 17 йәштән өлкәндәр араһында башҡорт, рус телдәрендә шиғыр ятлаусылар, ошо йәш категорияларында Ғайнан Хәйриҙең әҫәренән өҙөк һөйләүселәр, коллектив менән сығыш яһаусылар ярышты. Һәр береһенең сығышын йотлоғоп ҡараныҡ. Бик матур, тәьҫирләнерлек сығыштар ҙа булды. Балаларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙың оло хеҙмәт һалғаны күренә, уларға айырыуса ҙур рәхмәт! Әйтергә кәрәк, Көҙәй халҡы арҙаҡлы яҡташының исемен ҡәҙерләп һаҡлай, уны киләһе быуындарға еткереү өсөн ҙур эш алып бара. Ошо маҡсатта бында шәхес хөрмәтенә төрлө саралар ойошторола.

– Яңы Күлдә көҙәй ырыуы йыйыны бик матур үткәйне. Унда резолюцияла «Ғайнан Хәйри уҡыуҙары» үткәрергә тигән  ҡарар булғайны. Бөгөн уны ла ойошторҙоҡ. Йыйылған ваҡытта һәр ваҡыт: «Ғайнан Хәйригә таҡтаташ кәрәк, беренсе роман яҙған», – тип әйтә торғайным, таҡтаташ та асылды. Бында тырыш халыҡ  йәшәй, эш бара, күренекле яҙыусының исемен мәңгеләштереү буйынса барыһы ла эшләнә.

Бөгөн бала-саға Ғайнан Хәйриҙең шиғырҙарын ятланы, романынан өҙөктәр һөйләне, оло кешеләр ҙә ҡатнашты. Был ауыл биләмәһе бөтәһе лә ошо сарала ҡатнашты, үҙҙәрен күрһәтте, тип тә әйтер инем. Сара бик матур үтте, был ауылды күтәрҙе. Быйыл үткән «Ғайнан Хәйри уҡыуҙары» район, республика, халыҡ-ара кимәлгә таралыр, тип ышанабыҙ, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппаратының баш белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих факультеты доценты Нурислам Ҡалмантаев.

Конкурста 17 йәшкә тиклемгеләр араһында башҡорт телендә шиғыр һөйләүселәр араһында бер һүҙһеҙ Байгилде мәктәбенән Даян Шәрипов еңеүсе тип табылды, Иҫке Исай ауылынан Сафия Ҡолоева – II, Иҫке Күл ауылынан Диана Саҙриева III урын яуланы.

Ошо уҡ йәш категорияһында рус телендә һөйләүселәр араһында Яңы Күл мәктәбенән Темур Харрасов еңеүсе булды, Яңы Күл мәктәбенән Айһылыу Хәзиева – II, Иҫке Күл мәктәбенән Аделия Кирәева III урынға сыҡты.

Ғайнан Хәйриҙең әҫәренән өҙөктө рус телендә ятҡа һөйләүселәр араһында Павловка мәктәбенән Вероника Мөхәмәҙуллинаға етеүсе булманы, ул еңеүсе булып ҡыуанды. Икенсе урында Яңы Субай мәктәбенән Вика Боброва алды.

Ә 17 йәштән өлкәндәр араһында башҡорт телендә шиғыр һөйләүселәр араһында Үкәрле ауылынан Ләйсән Рәхмәтуллина еңеүсе тип табылды, Иҫке Исай ауылынан Айгөл Фәтҡуллина – II, ошо уҡ ауылдан Айгөл Ғәйнуллина III урынға лайыҡ булды.

Ошо уҡ йәш категорияһында Ғайнан Хәйриҙең әҫәренән өҙөктө башҡорт телендә һөйләүселәр араһында Яңы Субай ауылынан Сәриә Йәркәева – еңеүсе, Яңы Субай ауылынан Ирина Кирәева – II, Мәрфуға Мәрҙәнова III урын яуланы.

17 йәштән өлкәндәр араһында рус телендә коллектив менән сығыш яһаусылар араһында район үҙәк китапханаһы коллективы еңеү яуланы. Район ветерандар ойошмаһы ағзалары коллективы II урынға эйә булды.

«Ғайнан Хәйри уҡыуҙары»нда ҡатнашыусы өс кешегә "Йәшлек" гәзите һәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова,  гәзиткә  ярты йылға яҙылыуға сертификат бүләк итте.

«Аманат»ыбыҙ ҙа  үҙ бүләген әҙерләгәйне,  йәш ҡатнашыусыларға журналыбыҙға бер йылға һәм өс кешегә ярты йыллыҡҡа яҙылыу бүләк итеп ҡыуандырҙы.

Бындай сараны ойоштороуҙа бағыусыларҙың да ярҙамы ҙур булды. Был йәһәттән ойоштороусылар ошо ауылдың Бөйөк Ватан һуғыш ветераны Ғәлимйән Ғилвановтың  ейәне Илшат Әхтәмовҡа, башҡорт бизнес клубы егеттәренә, Фәнил Кинйәбаев етәкселек иткән «Хәҙерге заман төҙөлөш технологиялары» ойошмаһына, «Метпроф» ойошмаһының генераль директоры Томас Хәлитовҡа бик рәхмәтле! Сараны үҙ елкәһенә йөкләп, ойоштороу эшен башҡарған Яңы Күл ауылы китапханаһы методисы, Көҙәй мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәре Гөлсирә Бикбаева командаһы эште юғары кимәлдә башҡарған. Уға ла ойоштороусылар оло рәхмәтен еткерә!

Конкурс тамам. Киләсәктә ул тағы ла камиллашыр, яңы исемдәр асыр.

Беренсе башҡорт романы авторы Ғәйнән Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл
Беренсе башҡорт романы авторы Ғәйнән Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас