+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2023, 09:51

"Ай, һылыу!"

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll653f7d2f20ac9c8bcc395fc4 ошонда кереп тауыш бирергә!!!    Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!

"Ай, һылыу!""Ай, һылыу!"

Зәлиә Яҡупова. Белорет районының Аҙнағол ауылынан.
“Һүрәт төшөрөргә, йырларға яратам. Ауыл сәхнәһенә сығып бейей, төрлө концерттарҙа ҡатнаша торғас, ниһайәт, оялсанлығымдан арына башланым. Апайым менән тик-токта төшәбеҙ. “Аманат” журналын яратып уҡыйым.”

Самира Садыкова. Әбйәлил районының Гусев ауылынан.
“Миңә – 7 йәш. Буш ваҡытымда бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә яратам. Гимнастика менән шөғөлләнеүе лә бик оҡшай. Быйыл 2-се синыфҡа уҡырға барҙым”.

Солтания һәм Уралия Батисовалар. Хәйбулла районы Бүребай ауылынан: “Беҙ игеҙәктәр, 5 класста тик "4" һәм "5" билдәләренә генә уҡыйбыҙ. Бүребай ауылының Сәнғәт мәктәбендә хореография бүлегенә йөрөп белем алғандан һуң, баян бүлегендә уҡый башланыҡ. Буш ваҡытыбыҙҙа әсәйебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ҡустыбыҙҙы ҡарашыбыҙ, өйҙө йыйыштырабыҙ. Велосипедта һәм атта һыбай йөрөргә яратабыҙ.

Айлина ФӘХРИТДИНОВА. Белорет районының Сермән ауылынан.
“Минһеҙ төрлө конкурстар, байрам концерттар үтмәй. Йырларға, бейергә һәм һүрәт төшөрөргә яратам. Райондың “Инйәр” хазиналар конкурсында дүрт йәшемдән алып ҡатнашам. Өй тирәһендә ярҙамлашыусы, әсәйемдең уң ҡанаты ла мин. 

Милена Сәйфүтдинова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
“Миңә –5 йәш. Балалар баҡсаһына йөрөйөм.
Һүрәт төшөрөргә, йомшаҡ уйынсыҡтар менән уйнарға яратам. Ағайым Батыр, һеңлем Элина менән дауахана, ашхана уйнарға яратабыҙ!
Киләсәктә магазинда тәмлекәстәр һатыусы буласаҡмын”.

"Ай, һылыу!"
"Ай, һылыу!"
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас