+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2023, 10:11

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә премьера әҙерләй

Драматург һәм киносценарист Дамир Йосопов пьесаһы буйынса сығасаҡ спектакль “Ете батыр хаҡында хикәйәт” тип атала. Компьютер уйындарында һыр бирмәгән Тимур һәм Сабина уйламағанда ергә Ҡатил исемле яуызды индерә. Ер кешеләренә, шул иҫәптән Тимурҙың ата-әсәһенә лә ҡурҡыныс янай. Уларҙы үҙ көстәрен берләштерә алған төрлө милләттең ете батыры ғына ҡотҡара ала икән.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә премьера әҙерләйМостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә премьера әҙерләй
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә премьера әҙерләй

Драматург һәм киносценарист Дамир Йосопов пьесаһы буйынса сығасаҡ спектакль “Ете батыр хаҡында хикәйәт” тип атала. Компьютер уйындарында һыр бирмәгән Тимур һәм Сабина уйламағанда ергә Ҡатил исемле яуызды индерә. Ер кешеләренә, шул иҫәптән Тимурҙың ата-әсәһенә лә ҡурҡыныс янай. Уларҙы үҙ көстәрен берләштерә алған төрлө милләттең ете батыры ғына ҡотҡара ала икән. Батырҙарҙы берләштерер өсөн Тимурға ниҙәр эшләргә, ниндәй ауырлыҡтар һәм мажаралар аша үтергә кәрәк булыр? Ошо һәм тағы бик күп һорауҙарға яуапты 3 ноябрҙә, премьера көнөндә алырға мөмкин буласаҡ. Автор әҫәренең жанрын фентези тип билдәләгән.
Әлеге мәлдә репетицияларҙың ҡыҙған мәле. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Рөстәм Хәкимов актерҙар менән ролдәр өҫтөндә эшләй. Ҡуйыусы төркөмдә рәссамдар Даян һәм ЭльвираТеүәловтар, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, композитор Васил Ғафаров, трюктар өйрәтеүсе Зөлфәр Әхмәтов, яҡтылыҡ буйынса рәссам Светлана Насонова ла бар, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге.
Йәш категорияһы – 6+.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә премьера әҙерләй
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә премьера әҙерләй
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас