+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
3 Ноября 2023, 15:35

Мортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡараған

Биш йәшлек Мортаза Әлибаев «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен ҙур һәм татыу ғаиләһе – атайы, әсәйе, ағаһы һәм ике апайы менән бергә барып ҡараған.

Мортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡарағанМортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡараған
Мортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡараған

Биш йәшлек Мортаза Әлибаев «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен ҙур һәм татыу ғаиләһе – атайы, әсәйе, ағаһы һәм ике апайы менән бергә барып ҡараған.

 
Мортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡараған

– Беҙ йәнһүрәтте ҡарағанда рәхәтләнеп көлдөк, сөнки ул бик ҡыҙыҡ төшөрөлгән. Тик бер урында аҡыллы бал ҡортон йәлләп илағым килде. Уны үлгән тип уйлағайным. Ярай әле кире терелеп китте, – тип тәьҫортаттары менән бүлеште Мортаза.

Малай Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.

– Ҡыйыу ата-бабаларыбыҙ хаҡындағы йәнһүрәттең прокатҡа сығыуын  түҙемһеҙләнеп көттөк. Уны беренселәрҙән булып барып ҡараныҡ. Фильм илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, шуныһы менән күңелгә ятты, – ти Мортазаның  әсәһе Юлиә Әлибаева.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен  Өфөлә «Башҡортостан» һәм «Муха» студиялары төшөрҙө. Уны кинотеатрҙарҙа ике телдә – башҡортса һәм урыҫса ҡарарға мөмкин.

Нурзиә ХӘСӘНОВА.

Фото: Ләйсән Шәрипова.

Мортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡараған
Мортаза «Төньяҡ амурҙары»н ҡараған
Автор:Нурзиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас