+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2023, 09:44

"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан географияһы буйынса уйын-ярыш ойошторолдо. "Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проектының авторы методист-географ С. П. Уткин.

"КИТАП" нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйритдинова ярышты асты һәм нәшриәттең уйын рәүешендә донъя күргән ғәҙәти булмаған яңы баҫмаһы менән таныштырҙы. Уйынсылар уның буйынса "сәйәхәт итеп", ҡыҙыҡһыныу аша тыуған яҡтың географик объекттары хаҡында белемде нығытырға, ҡалалар, йылғалар, күлдәр һәм башҡа тәбиғәт һәйкәлдәренең атамаларын хәтергә төшөрә.ала икәнен әйтеп үтте.

Сергей Павлович уҡыусыларға командаларға бүленергә тәҡдим итте һәм уйындың ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Балалар мөкиббән булып уйынға инде, үҙ-ара ярышыу ҡыҙыҡтырҙы. Методист-географ тарафынан һәр яҡлап уйланылған ҡулланмаға мауығып, балалар бер ни тиклем ваҡытҡа гаджеттарҙы онотоп торҙо. Еңеүгә ынтылыш тиҙ генә белгәндәрҙе иҫкә төшөрөргә һәм тиҙ арала яуап бирергә этәрҙе.

Уйындың нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының картаһы ята. Карточкала бирелгән һорауҙар төбәктең тарихы буйынса белемде яңыртырға булышлыҡ итәсәк. Был ҡулланма балаларҙың Башҡортостандың географияһын өйрәнгән саҡта танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү сараһы булараҡ бик файҙалы. "Географ" өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, ғаиләлә уйнау, хеҙмәттәштәр, туғандар һәм таныштар араһында ярыш-уйын ойоштороу өсөн дә ҡулай.

Фотолар:
https://vk.com/album-42694841_299292422

#Китап_нәшриәте
#издательство_Китап

"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" проекты
Автор:
Читайте нас: