+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 10:35

Көләмәстәр

Атаһы малайының киске сәғәт туғыҙҙа уҡ йоҡларға ятҡанын күреп: – Рәшит, дәрестәреңде, өйгә эштәреңде эшләнеңме әле? – Юҡ. – Улайһа, ниңә улай иртә йоҡларға яттың? – Әҙерәк белһәң – тынысыраҡ йоҡларһың бит, атай, – тимәһенме.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Бер егет дуҫына маҡтана икән:

– Кисә бик шәп ҡыҙ менән таныштым.

– Телефонын алдыңмы һуң?

– Бына, ҡара әле, ниндәй шәп телефон!

***

Йәш, саҡ ҡәләм тирбәтә башлаған яҙыусы – ҡәләмдәшенә:

– Ҡара әле, яңы повесыма ниндәй исем ҡушайым икән?

– Унда ҡурай тураһында һүҙ бармы?

–Юҡ.

– Ә ҡымыҙ?

– Юҡ.

– Улайһа, “Ҡурайһыҙ һәм ҡымыҙһыҙ” тип ата ла ҡуй.

 

Көләмәстәр
Көләмәстәр
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: