+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 11:48

Йылы кейемдәрегеҙҙе сығарығыҙ. -13 буласаҡ!

Алдағы өс көндә Башҡортостанда рашҡы көтөлә.  

Йылы кейемдәрегеҙҙе сығарығыҙ. -13 буласаҡ!
Йылы кейемдәрегеҙҙе сығарығыҙ. -13 буласаҡ!

Бөгөн республикала рашҡы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

Иртәгә, 17 ноябрҙә бер аҙ епшек ҡар яуыуы, урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3, +2 градус.

18 ноябрҙә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8 градус, аяҙытҡанда -13 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ -1, -6 градус.

Лидиә Сирбаева фотоһы.
Бөрйән районы,
Байназар ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: