+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 10:27

“Аманат” журналының ноябрь һанына күҙәтеү

Журналыбыҙҙың яңы һаны күптән әҙер инде! Нимәләр бар икән “Аманат”та, тиһегеҙме?

“Аманат” журналының ноябрь  һанына күҙәтеү
“Аманат” журналының ноябрь һанына күҙәтеү

Журналыбыҙ тышын  Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Бүре ауылы ҡыҙы “Урал гүзәле” өлкә конкурсы еңеүсеһе  Диана Камалова биҙәне.

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә Бөрйән, Ауырғазы, Борай, Ейәнсура райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән уҡыусыларҙың эштәре күпләп килде. Улар журнал биттәрендә донъя күрҙе.

Мәктәптәрҙә тиҙҙән шыршы байрамдары гөрләп үтер. Байрамығыҙ күңелле үтһен тип, Зарина Бағышаева апайығыҙ “Һай, Аждаһа, аждаһа! Башыңда – Таж да баһа!” тигән Яңы йыл сценарийын яҙып өлгөрткән.

“Аманат”тың постерын был юлы Силәбе өлкәһенең “Башҡкорд” балалар рок-төркөмө биҙәне.

“Ҡырпағай һылыуы” титулын был юлы кем яуланы икән? Һылыуҡайҙар тураһында беҙҙең сайтта мәғлүмәт сыҡты-сығыуын, журналда ла улар менән танышырға мөмкин буласаҡ.

“Аманат” журналының ноябрь  һанына күҙәтеү
“Аманат” журналының ноябрь һанына күҙәтеү
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: