+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 15:01

Рәсәй мәктәптәрендә телефон ҡулланыу тыйыла һәм хеҙмәт дәресе индерелә

Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа мәғариф тураһында законға үҙгәрештәр ҡабул итте. Улар мәктәптәрҙә балаларҙың телефон менән файҙаланыуын тыйыуға һәм хеҙмәт дәрестәрен кире ҡайтарыуға ҡағыла.  

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында парламентарийҙарҙың закон проектын Рәсәй халҡының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып эшләп бөтөргә тигән ҡарар ҡабул итеүен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, төҙәтмәләр икенсе уҡыуға индерелә, уға ярашлы, дәрестә телефондар ҡулланыу тыйыла (ашығыс осраҡтарҙан тыш) һәм мәктәптәргә мотлаҡ фән итеп хеҙмәт дәресе кире ҡайтарыла.

«Хеҙмәт тәрбиәһе — белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө. Ул һәр бала өсөн кәрәк. Был төҙәтмәләрҙе декабрь башында ҡарарға йыйынабыҙ», — тип яҙҙы Вячеслав Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-16/v-rossii-v-shkolah-otmenyat-telefony-i-vnedryat-uroki-truda-3524457

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: