+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2023, 08:30

Ә һеҙ беләһегеҙме? Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған көнө бар. Ҡасан?

18 ноябрь – мөғжизәгә ышанғандарҙың байрамы, сөнки илдең төп тылсымсыһы – Рәсәй Ҡыш бабайы үҙенең тыуған көнөн билдәләй.  

Ә һеҙ беләһегеҙме? Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған көнө бар. Ҡасан?
Ә һеҙ беләһегеҙме? Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған көнө бар. Ҡасан?

18 ноябрь – мөғжизәгә ышанғандарҙың байрамы, сөнки илдең төп тылсымсыһы – Рәсәй Ҡыш бабайы үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

Был байрам рәсми рәүештә тәүге тапҡыр 2005 йылда билдәләнде. Датаны, 18 ноябрҙе, балалар һайланы. Ноябрь уртаһында ҡышҡы тылсымсының тыуған яғында, Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг ҡалаһында, ҡыш хаимлыҡ итә башлай тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, иртәгә Ҡыш бабайҙың рәсми резиденцияһында ҙур байрам ойошторола, унда бөтә илдән ҡунаҡтар йыйыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп Ҡыш бабайы йыл әйләнәһенә хаттар ала, уларға яуаптар яҙа, адресы: 162390, Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг ҡалаһы, Октябрьский тыҡрығы, 1 А. Электрон хатты «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмгә йәки почтаға ебәрергә мөмкин: [email protected]. 1 ноябргә ҡышҡы тылсымсы 4 584 169 хат алған.

Ә Башҡортостанда, әлегә ҡар булмаһа ла, Яңы йылға әҙерлек башланды. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе барлыҡ муниципалитеттарҙа ла яңы йыл ҡаласыҡтарын бер үк ваҡытта асырға ҡушты.

«Беҙгә Яңы йылға әҙерләнергә ваҡыт, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Етем, йә ата-әсәһе хеҙмәт иткән йәки һәләк булған балалар категорияһы беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-17/rossiyskiy-ded-moroz-otmetit-den-rozhdeniya-3525369

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас: