+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2023, 10:20

Өфөнөң 2-се Башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды

17 ноябрҙә Өфөнөң Ленин районында урынлашҡан 2-се Башҡорт лицейында уҡыусыларҙың теш ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү өсөн стоматология кабинеты асылды. Был «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә «Юғарыға ос!» мәғариф проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Тантаналы сарала Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Солтан Баҙыҡов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының баш табибы Римма Ғәниева ҡатнашты.

Яңы кабинет заманса ҡорамалдар һәм материалдар менән йыһазландырылған. Тимәк, уҡыусыларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә тигән һүҙ.

«Башинформ» яҙғанса, әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә 244 стоматология кабинеты эшләй, 100-ҙән ашыуы «Юғарыға ос!» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә асылған.

Апрель айында «Юғарыға ос!» мәктәп форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙың һаулығы төп өҫтөнлөк икәнен билдәләне.

«Уҙған уҡыу йылында мәктәп стоматология кабинеттарында 100 меңдән ашыу уҡыусы һәм 4 меңгә яҡын уҡытыусы тикшереү үткән. 30 мең уҡыусы дауаланған. Беҙ иҫке стоматология кабинеттарын да ремонтларға йыйынабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-17/v-ufe-v-bashkirskom-litsee-2-otkryli-stomatologicheskiy-kabinet-3525744

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас: