Ҡояш – иң ҙур йондоҙ. Был ҙур йондоҙҙоң ауырлығы Ҡояш системаһындағы барлыҡ тереклектең 99,8 процентын тәшкил итә. Ул Ерҙәге тормошто (фотосинтез), климат үҙгәрешен тәьмин итә. Үҙе водород һәм гелийҙан төҙөлгән. Аҙыраҡ тимер, никель, кислород, неон, кальций һәм хроом бар.
Орбитаһындағы тиҙлеге – секундына 217 саҡрым. 1400 йылда ул үҙ күсәрендә бер тапҡыр әйләнеп сыға. Был – 1 яҡтылыҡ йылы тигән һүҙ.
Икенсе төрлө Ҡояшты “Һары кәрлә” тип тә йөрөтәләр. Уның өҫкө йөҙөндәге температура – 6 мең Кельвин.
Башҡа йондоҙҙар кеүек, Ҡояш та энергияны гелий һәм водородтың термоядерлы синтезы ярҙамында бүлеп сығара.
Йондоҙға 5 миллиард йыл самаһы. Уның тирәләй планеталар, уларҙың юлдаштары, кәрлә планеталар, астероидтар, метеориттар, каметалар әйләнеп йөрөй. Ерҙән ҡояшҡа тиклем 149,6 миллион саҡрым.