

Башҡортостанда ата-әсәләрҙе уҡыусы балалары вейп тартҡан өсөн язаларға ниәтләйҙәр.
Никотинлы продукция тартыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмаларҙы ҡулланған уҡыусыларҙың ата-әсәләрен язаларға теләйҙәр. Бындай тәҡдим Башҡортостан Ҡоролтайының өсөнсө пленар ултырышында яңғыраны.
Инициативаны Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ултырышында БР Мәғариф министрлығы, прокуратура вәкилдәре, юристар ҡатнашлығында ҡарарға ниәтләйҙәр.
Шулай уҡ депутаттар беренсе уҡыуҙа мәктәп уҡыусыларына вейп, электрон тәмәке һәм башҡа ҡоролмаларҙы рекламалауҙы тыйған закон проектын ҡабул итте.
Рәзил Бикбулатов фотоһы.