

Айһылыу Миһманова. Әбйәлил районының Таштимҽр ауылынан.
“ Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға, башҡорт тҽлҽндә шиғырҙар ятларға яратам. Уҡыуҙа уңыштарым яҡшы, район кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, прзлы урындар алам”.
Азалия Асаинова. Өфө ҡалаһынан.
“Миңә – 13 йәш. М. Искужин исемендәге 136-сы һанлы башҡорт лицейының 6”в” синыфы уҡыусыһымын. Буш ваҡытта һүрәт төшөрөргә, мәрйендәрҙән төрлө биҙәүестәр эшләргә, бейергә, башҡортса әкиәттәр уҡырға бик яратам”.
Дарина Мостовик. Туймазы районы Серафим ауылынан.
“Быйыл беренсе синыфта уҡыйым. Башҡорт теле дәресендә уҡытыусым "Аманат" журналы менән таныштырҙы. Журналды синыф менән яратып уҡыйбыҙ.
Буш ваҡытта китап уҡыйым, һүрәт төшөрәм, тышта уйнайым, ҡыш көнө саңғыла йөрөйөм. Мин төрлө әкиәттәр уҡырға, ҡурсаҡтарға кейем тегергә яратам. Ҙур үҫкәс, башҡорт теле уҡытыусыһы булғым килә.
Азалия Исламутдинова. Туймазы районы Серафим ауылынан. Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбендә белем алам. Минең ике һеңлем бар. Мин әсәйемә уларҙы ҡарашырға ярҙам итәм. Дәрестәрҙән ҡайтҡас, мин уларға китаптар уҡыйым, бергәләп башҡортса йырҙар йырлайбыҙ,әкиәттәр уҡыйбыҙ.
Мин һүрәт төшөрөргә, бесәйем менән уйнарға һәм әсәйем менән төрлө тәмлекәстәр бешерергә яратам. Үҫкәс, мин уҡытыусы булырға хыялланам.
Фирүзә Янбаева. Белорет районының Инйәр ауылынан.
“Миңә – 13 йәш. Ял көндәрендә мин әсәйемә ярҙамлашам, иҙән, һауыт-һабалар йыуам. Буш ваҡытта һүрәт төшөрәм, "Аманат" журналын уҡыйым. Ҙурайғас, табип булырға теләйем”.