-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2023, 10:43

"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы

Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимназияһының тамашалар залында "Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы.Был матур сарала республикабыҙҙың күренекле шәхестәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Иң төп ҡунаҡтар – балалар булды.

"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы
"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы

Был матур сарала республикабыҙҙың күренекле шәхестәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Иң төп ҡунаҡтар – балалар булды.

Гимназияның башланғыс кластарҙа уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы “Китап” нәшриәтендә донъя күргән баҫмаларҙы балалар көтөп алыуы хаҡында әйтеп үтте.

Мультимедиялы ҡушымтаһы булған "Шаян бесәй" исемле яңы китап менән нәшриәттең балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире Әлфиә Теләмова таныштырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов: “Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә беҙҙең рухыбыҙ, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте сағылған, шуға күрә әкиәттәрҙе уҡыйыҡ, беләйек”, - тине. “Китап” нәшриәтенә, гимназияға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо.

Балаларҙың әкиәтте матур итеп сәхнәләштереүе барыһының да күңеленә хуш килде. Артабан улар әкиәт буйынса һорауҙарға яуап биреп, бүләктәргә эйә булды.

“Шаян бесәй” әкиәтен уҡырға ла, уйынын уйнарға ла мөмкин. Китаптың һуңғы битендә бирелгән куаркод аша телефонда нәшриәттең сайтына инеп, бесәй менән бергә башҡортса һәм русса мауыҡтырғыс уйын уйнарға була.

"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы ҡушымтаһы булған китап иң бәләкәстәр өсөн яратҡан дуҫ булыр. Баҫмалағы куаркод аша нәшриәттең рәсми сайтында әлеге әкиәттәге бесәй менән бергә бушлай уйын уйнарға була. Башҡорт һәм рус телдәрендә.

"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы
"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы
"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы
"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы
"Шаян бесәй" исемле мультимедиялы баҫманың исем туйы уҙҙы
Автор: Зәйнәб Биишева ис. Башҡортостан "Китап" нәшриәте
Читайте нас