-23 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 11:49

Башҡортостан Башлығы Өфө мәктәптәре янында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплекстары тураһында: «Ҡуйырға кәрәк»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «Тура бәйләнеш»е барышында социаль селтәрҙәрҙән Өфөнөң белем биреү ойошмалары янындағы урам саттарын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камералары менән йыһазландырыу буйынса һорау килде. Ни өсөн мәктәптәр, балалар баҡсалары, хәүефле үткәүелдәр эргәһендә ошондай комплекстар юҡ, тип ҡыҙыҡһына өфөләр.

«2019 йылдың башында республика юлдарында 176 камера бар ине. Әле Башҡортостан юлдарында 1860 камера. Бөтә ерҙә лә тиерлек камералар урынлаштырҙыҡ, сөнки ҡағиҙә боҙоуҙар һәм үлем осраҡтары бик күп булды. Беҙ, 2016-2018 йылдарҙа булһа кәрәк, 600 кешене юғалттыҡ. Быйыл был һан 400-ҙән аҙыраҡ булыр тип ышанам. Был камералар ҙа эшләй. Беҙ уларҙы кешеләрҙе талау өсөн ҡуймайбыҙ. Әгәр ҙә һин ҡағиҙә боҙаһың икән, тимәк, бының өсөн түләргә тейешһең. Камералар ҡуябыҙ, ә водителдәр шәп тиҙлектә йөрөй: 10-шар, 20-шәр штраф һалына. Бына шулай», - тине Башҡортостан Башлығы.

Белем биреү учреждениелары эргәһендә тәртип боҙоуҙарҙы фотовидеотеркәү комплекстарына килгәндә, Радий Хәбиров был мәсьәләне тикшереп, ҡарар ҡабул итәсәктәрен белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/glava-bashkirii-o-kompleksah-fiksatsii-narusheniy-pdd-u-shkol-v-ufe-nado-stavit-3544432

Автор:Ксения Калинина
Башҡортостан Башлығы Өфө мәктәптәре янында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплекстары тураһында: «Ҡуйырға кәрәк»
Башҡортостан Башлығы Өфө мәктәптәре янында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплекстары тураһында: «Ҡуйырға кәрәк»
Автор:Башинформ
Читайте нас в