Аҙналыҡты халыҡтар дуҫлығы көнөнә бағышланған Ҙур этнографик диктант башлап
ебәрҙе. Уҡыусылар тест һорауҙарына яуап биреп, сертификатлы булдылар. Нимәһе ҡыуаныслы,
100 мәрәй йыйған уҡыусылар байтаҡ булды.
Телебеҙ шундай матур, моңло. Ә ниндәй һүҙ башҡорт телендә иң матуры икән? Был
һорауға яуапты тауыш биреү ярҙамында асыҡланыҡ. Баҡтиһәң, “әсәй” һүҙе иң нескә, ҡолаҡҡа
ятышлы, матур яңғырашлыһы икән. Ул 138 тауыш менән еңеп сыҡты. Унан килә “йөрәккәйем”
һәм “атай” һүҙҙәре. Ә бына “сабыр” һүҙенә береһе лә тауыш бирмәгән.
Башҡортостанға бағышланған проект эштәрен яҡлау конкурсында уҡыусылар оло теләк
менән ҡатнашты. Тәҡдим ителгән 10 тема араһында “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”,
“Башҡорт милли аштары”, “Минең шәжәрәм”, “Башҡорт халыҡ йолалары”, “Минең ғаиләм
яҙмышында һуғыш (МХО)” темаларына өҫтөнлөк бирелде. Уҡыусылар презентация, реферат,
доклад, схема формаһында сығыш әҙерләгән.
М.Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы, “Үҙ уйыным” викторинаһы, Башҡортостан
республикаһы гимнын башҡортса иң матур йырлаусылар бәйгеһе, “Ҡарабай” йырының трендын
төшөрөү, “Башҡорт телен нисек модалы һәм популяр итергә?” тигән темаға стенгазета сығарыуҙа
5-10 класс уҡыусылары актив ҡатнашты. Аҙналыҡты башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-
ара олимпиаданың мәктәп этабы тамамлап ҡуйҙы. Унда бөтәһе 61 уҡыусы көс һынашты.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында уҙғарылған һәр сара ла юғары кимәлдә
һәм ҙур ойошҡанлыҡ менән алып барылды. Уҡыусыларыбыҙ маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар
менән баһаланды. Эйе, туған телебеҙ һаҡланһын, йәшәһен, яңғыраһын тиһәк, беҙ, башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балаларыбыҙҙы үҙ телендә аралашып, һөйләшеүҙән күңеленә
рәхәтлек-кинәнес алып рухланһын тиһәк, төрлө мауыҡтырғыс алымдар менән ылыҡтырырға,
дәртләндерергә бурыслыбыҙ. Бөйөк педагог В.А. Сухомлинскийҙың һүҙҙәре урынлы, ваҡытлы,
дөрөҫ яңғырай: “Баланың рухи донъяһы - ул уйындар, әкиәттәр, музыка, фантазия, ижад
донъяһында йәшәгәндә генә тулы, ҡиммәтле була. Унһыҙ ул – ҡороған сәскә.”