

"Альтаир"муниципаль автоном өҫтәмә белем биреү учреждениеһы рәссамы Ғәлиева Винера Сәлимйән ҡыҙы беренселәрҙә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уҡыусылар рәссам менән бергә ҡыш һүрәтен этаптар буйынса төшөрҙөләр. Тәүҙә һауа, ҡояш, һуңынан ағас, ҡыуаҡ, кипкән үлән өҫтәнеләр. Төҫтәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәнделәр. Һүрәттәр сағыу, матур килеп сыҡты. Улар эштәрен ҡәнәғәт булды.
Винера Сәлимйән ҡыҙына фәһемле дәресе, кәңәштәре өсөн ҙур рәхмәт.