+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2023, 10:47

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара

Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән дә уҡыусылар ҡатнашыуы, урындар алыуы бик шатлыҡлы күренеш.

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара

Рауил Бикбаев исемендәге 102- се башҡорт гимназияһында үҙ еренә ,тәбиғәтенә ғашиҡ, халҡым, телем тип янған бөйөк шағирыбыҙ иҫтәлегенә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Был мәртәбәле сараның маҡсаты булып, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм Р.Бикбаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу торһа ,төп бурыс булып иһә, балаларҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү, фекерләй белгән, таланты булған уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы күрә белеү һәм ярҙам итеү , Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың шиғырҙары,поэмалары менән киләсәктә ныҡлап танышыу,өйрәнеү ине.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте буйынса бүлегенең баш белгесе Мурясов Тимур Әнис улы , профессор, тарих фәндәре докторы Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы , “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның өлкән уҡытыусыһы Ҡуланчин Айтуған Йомабай улы, «Аманат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының баш мөхәррир урынбаҫары Бикбулатов Рәзил Айрат улы, Милли әҙәбиәт музейының фонд хеҙмәткәре Ҡарманаева Гөлнур Булат ҡыҙы , йырсы Юнир Һағынбаев «Бикбай уҡыуҙары»нда ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләне, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе .
«Башҡортостан бында башлана...», «Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,биҙәр өсөн тыуа донъға»,«Шағир – милләттең йөрәге“ , «Тыуған ил йөрәктә» номинациялары буйынса бик бай , сағыу эштәр ҡабул ҡабул ителде. Тимәк, тыуған ерем,туған телем ,халҡым тип янып йәшәгән шағирҙың тос фекерле, халыҡсан ижады бик күп уҡыусыларға , уҡытыусыларға яҡын һәм ҡәҙерле тип әйтергә мөмкин. Теманы асып биргән, йөрәккә үтеп ингән, шағирҙың ижадын ентекләп өйрәнгән, уй-фекерҙәрен башҡаларға еткерә алған иҫ киткес бай мәғлүмәт туплаған эштәргә лайыҡлы урындар бирелде. Силәбе, Ырымбур,Һамар өлкәләренән дә уҡыусылар ҡатнашыуы, урындар алыуы бик шатлыҡлы күренеш.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадын өйрәнеү, мираҫын һаҡлау, уҡыусыларға еткереү маҡсатында гимназиябыҙҙа музей-кабинет асылғайны һәм ул йылдан-йыл шағирҙың шәхси әйберҙәре менән тулыландырылып килә. Йыр-моң менән оҙатылып барған күркәм сара тамам, әммә тырыш, ныҡышмал,рухлы уҡыусылар, ижади ҡарашлы уҡытыусылар булғанда, «Бикбай уҡыуҙары» йыл да уҙғарылыр тип ышанабыҙ.

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара
Автор:Илзира Ғарифуллина
Читайте нас: