+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2023, 07:09

Башҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләй

14 декабрҙә бишенсе тапҡыр Республика Башлығы Указы менән 2019 йылда билдәләнгән Башҡорт теле көнө үткәрелә. Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, ярҙам итеү, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Йылдағыса, был көн М.Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.

Башҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләйБашҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләй
Башҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләй
Шул уҡ көндө илебеҙ Президенты иғлан иткән Уҡытыусы һәм остаз
йылы сиктәрендә Өфөлә «Остаз» республика конкурсының финалы үтә.
Дөйөм белем биреү ойошмалары араһынан «Иң яҡшы башҡорт теле һәм
әҙәбиәте кабинеты»н һайлайҙар. Еңеүселәр кабинетты мультимедиалы
комплекс менән йыһазландырыуға сертификаттар аласаҡ. Көн дауамында
республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмалары, урта махсус һәм
юғары уҡыу йорттары өсөн саралар комплексы ҡаралған: мәктәптәрҙә
Башҡорт теленән берҙәм дәрес була; студенттар өсөн башҡортса оҫталыҡ
дәрестәр, интеллектуаль уйындар, Аҡмулла олимпиадаһы, КВН ойошторола.
Сараларға бөтә мәҙәниәт учреждениелары: милли китапханалар,
тарихи-мәҙәни үҙәктәр, Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы
ойошмалар йәлеп ителә. Киске программа Өфө театрҙарында дауам итә:
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Мин башҡорт телен
өйрәнәм» спектакленең премьераһы була. Башҡорт дәүләт опера һәм балет
театрының ҙур залында миҙгел премьераһы - башҡорт әҙәбиәте классигы
Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Ай тотолған төндә» операһының
концерты күрһәтелә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма
театры күптәр яратып өлгөргән «Ете быуын. Һаҡлаусылар» спектаклен
тәҡдим итә.
15 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Фән һәм мәғариф йылына
йомғаҡ яһау сиктәрендә республика район-ҡалаларының, Рәсәй
субъекттарының башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре һәм вәкилдәренең
осрашыуы була. Сара сиктәрендә С.Тавасиев исемендәге мәҙәниәт,
гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт наградаларының тәүге
еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Шулай уҡ сара сиктәрендә физик шәхестәр өсөн башҡорт телен
үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар конкурсында еңеүселәргә сертификаттар
тапшырыла. Йәштәр медиаһы, туғандар, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән
өлкәһендә телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән 10 эш грант
ярҙамын аласаҡ.
Өфө урамдарында һәм республиканың район үҙәктәрендә Башҡорт
теле көнөнә арналған баннерҙар ҡуйылған. Социаль селтәрҙәрҙә Башҡорт
телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ошо баннерҙар фонында иң яҡшы
фотоһүрәткә конкурс башлап ебәрҙе
182678571_5856 .
Башҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләй
Башҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләй
Башҡортостан бишенсе йыл рәттән Башҡорт теле көнөн билдәләй
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас