+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2023, 08:09

Әсәм теле,атам теле,минең телем-БАШҠОРТ ТЕЛЕ!

Мин-башҡорт.Үҙемдең тыуған телемдә һөйләшәм.Туған телемдә яҙылған ҡыҙыҡлы әкиәттәр,матур хикәйәләр,иҫ киткес шиғырҙар уҡыйым. Иң бороңғо,бай телдәрҙең береһе бит ул.Минең телем мең-мең йылдар аша,һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмай беҙҙең көндәргә килеп еткән.Бар донъяға билдәле “Урал батыр “ эпосы ғына үҙе ни тора!Ә шағирҙар үҙ ижадында телемде берсә һандуғас һайрауына,берсә шишмә тауышына,берсә талир тәңкә сыңлауына оҡшата. Башҡорт булыуым менән ғорурланам,уға һоҡланам һәм яратам.

Әсәм теле,атам теле,минең телем-БАШҠОРТ ТЕЛЕ!Әсәм теле,атам теле,минең телем-БАШҠОРТ ТЕЛЕ!
Әсәм теле,атам теле,минең телем-БАШҠОРТ ТЕЛЕ!
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған
Эҙем бар.
Быуындарға ялғап
Быуындарҙы
Илде тотҡан телем,
Һүҙем бар.
Инсаф Шәмсетдинов, "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе. Салауат районы Әлкә урта мәктәбенең 9-сы синыф
уҡыусыһы.
Әсәм теле,атам теле,минең телем-БАШҠОРТ ТЕЛЕ!
Әсәм теле,атам теле,минең телем-БАШҠОРТ ТЕЛЕ!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас