

Тыңлауһыҙ, үҙ туған телен белергә теләмәгән Тимерхан исемле малай башҡорт теленән өйгә эшен эшләгәндә, телде белмәүе арҡаһында бар нәмәне бутап яҙа ла ҡуя. Һәм, аңғармаҫтан хаталы урманға барып сыға. Ә һуңынан инде ҡара урманда мәңгелеккә тороп ҡалмаҫ өсөн Тимерхан ниндәй һынауҙар аша үткәне, кемдәр уға ярҙам иткәнен белгегеҙ килһә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына барып, "Мин башҡорт телен өйрәнәм" әкиәтен ҡарай алаһығыҙ!