+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2023, 11:01

19 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

Ҡыш бабай поезы — Яңы йыл тылсымсыһының байрамса биҙәлгән күсмә резиденцияһы, уның составында балалар өсөн уйындар һәм күңел асыу вагондары бар. Поездың башында — төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған паровоз.

19 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә19 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә
19 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

19 декабрҙә урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 3-сө яртыла Өфөнөң тимер юл вокзалына Ҡыш бабай поезы килә, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.

Ҡыш бабай поезы — Яңы йыл тылсымсыһының байрамса биҙәлгән күсмә резиденцияһы, уның составында балалар өсөн уйындар һәм күңел асыу вагондары бар. Поездың башында — төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған паровоз.

«Поезд туҡтап торған ваҡытта паровоз һәм сағыу вагондар янында фотоға төшөргә, төньяҡ сувенирҙары һатылған вагон-кибеткә һәм төньяҡ аш-һыуҙары вагон-ресторанына инеп сығырға мөмкин, — тип белдерҙеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. — Бынан тыш, тимер юл вокзалының икенсе ҡатында көндөҙгө дүрттән киске 10-сы яртыға тиклем бушлай концерт һәм анимация программаһы ойошторола».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, проект 2021 йылдың 5 декабрендә башланды. Ике йыл эсендә унда Рәсәйҙең 150-нән ашыу ҡалаһында 900 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-18/19-dekabrya-v-ufu-priedet-poezd-deda-moroza-3570979

Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас