+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
21 Декабря 2023, 07:53

Башҡортостан уҡыусыһы «Пятница!» телеканалында «Умнее всех» шоуында ҡатнаша

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Диана Мәннәнова «Умнее всех» интеллектуаль шоуының яңы сығарылышында ҡатнаша.  

Башҡортостан уҡыусыһы «Пятница!» телеканалында «Умнее всех» шоуында ҡатнашаБашҡортостан уҡыусыһы «Пятница!» телеканалында «Умнее всех» шоуында ҡатнаша
Башҡортостан уҡыусыһы «Пятница!» телеканалында «Умнее всех» шоуында ҡатнаша

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Диана Мәннәнова «Умнее всех» интеллектуаль шоуының яңы сығарылышында ҡатнаша.

Диана — һиҙгер тойомлау һәләтенә эйә, бала сағынан скрипкала уйнай. Киләсәктә уҡыусы ҡыҙ үҙ һөнәрен ижад менән бәйләргә хыяллана.

Йәш яҡташыбыҙ аҡсалата приз алырмы-юҡмы, был хаҡта бөгөн, 21 декабрҙә, киске сәғәт 10-да белергә мөмкин.

«Умнее всех» шоуында 9-14 йәшлек балалар уйнай. Улар программалау, геосәйәсәт, шахмат, вексиллология, менталь арифметика, серпентология һәм башҡа өлкәләрҙе яҡшы белә. Проектты Тина Канделаки алып бара.

Бынан алдараҡ «Умнее всех» шоуында Өфөнән 14 йәшлек Рената Васильева ҡатнашҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-21/shkolnitsa-iz-bashkirii-stala-uchastnitsey-shou-umnee-vseh-na-telekanale-pyatnitsa-3576462

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас