

Бөгөн 22 декабрь Өфө балалар филармонияһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн сағыу Яңы йыл тамашаһы булды. Сараны Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ойоштора. Яңы йыл байрамына алмаш ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 500 бала законлы вәкилдәре менән бергә саҡырылды. Өфө балалар филармонияһы фойеһында балаларҙы әкиәт геройҙары Баба-Яга һәм Арслан, Фея һәм Король, шулай уҡ урман йәнлектәре костюмында аниматорҙар ҡаршы алды. Үҙ оҫталыҡтарын цирк гимнасткалары һәм жонглерҙар күрһәтте. Балалар рәхәтләнеп уйындар уйнаны, йомаҡтар систе. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары менән шыршы тирәләй хорвод алып барҙы, ә сәхнәлә "Тылсымлы йондоҙҙар" яңы йыл балалар мюзиклын ҡараны. Байрам программаһы аҙағында бөтә балаларға ла Яңы йыл бүләктәре тапшырылды. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө ҡалаһы ҡала округы бюджеты иҫәбенә Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы опека һәм попечителлек органдарында иҫәптә торған бөтә балалар өсөн дә Яңы йыл бүләктәре һатып алынған.