

Өфөлә 22 декабрҙә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында республиканың медиа тармағы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, генерал-майор Евгений Полтавц менән осрашты. Ведомство вәкиле журналистарға мутлашыу төрҙәре һәм ысулдары тураһында мәғлүмәт еткерҙе, шулай уҡ аферисттар селтәренә нисек эләкмәҫкә кәрәклеге тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бер тәүлек эсендә генә республика халҡы аферистарға 6 миллион һумдан ашыу аҡса биргән. Полицияға дөйөм енәйәт мутлашыусылар менән бәйле 14 хәбәр килгән.
Сылбырҙың теге осонда һеҙгә тикшереүсе, полиция йәки ФСБ хеҙмәткәре шылтырата тип ишеткәс, бөтөнләй аралашмағыҙ. Кәрәҙле телефондарығыҙҙы һүндерегеҙ! Был мәғлүмәтте һәр кемгә еткерегеҙ! Һөйләшеүҙәр процесына инмәҫкә кәрәк. Полиция хеҙмәткәре телефонға шылтыратмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары шылтыратып, аҡса күсереүҙе туҡтатырға тейеш түгел. Был бит асыҡтан-асыҡ! Уларҙың башҡа бурыстары бар. Үҙәк банк вәкилдәре менән дә шул уҡ хәл. Үҙәк банк вәкиле Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының аҡса күсерелгән иҫәптәрен күҙәтәме ни? Әлбиттә, юҡ. Бөгөнгө көндә берҙән-бер кәңәш - шылтыратыуҙы туҡтатыр өсөн телефондағы ҡыҙыл төймәгә баҫырға. Бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәр булмаҫҡа тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары.
Үсмерҙәрҙе лә алдайҙар икән. 14 йәше тулып паспорт алған балаларҙан мутлашыусылар аҡса вәғәҙә итеп банкта счет астыралар икән. Ул счет аша урланған аҡсаларҙы үткәрәләр. Аҡсалар Рәсәйҙә ҡалмай икән. Шулай уҡ үҫмерҙәрҙе курьерҙар ҙа итәләр икән.
Һаҡ булығыҙ!
автор фотоһы