

Амалия Сабанбаева. Өфө ҡалаһынан.
“Һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. “Тамыр” йыр һәм бейеү ансамбленә йөрөйөм. Бәләкәс булһам да әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм. “Аманат” журналын ағайым менән яратып уҡыйбыҙ!”.
Лиана Мәхмүтова. Бөрйән районы Әбдҽлмәмбәт ауылынан.
“9- сҽ синыфта тик "4"-лҽ һәм "5"-лҽ билдәләрҽнә гҽнә уҡыйым. Йырларға, бҽйҽргә, китап уҡырға, спорт мҽнән шөғөлләнҽргә, уҡтан атырға, тәмлҽкәстәр бҽшҽрҽргә яратам. Ай һайын “Аманат” журналының яңы һанын көтөп алып, яратып уҡыйым”.
Гүзәл Иҙрисов. Өфө районының Дорогино ауылынан.
“Миңә – 10 йәш. Мәктәптә тырышып уҡыйым, айырыусы математика фәне оҡшай. Шахмат түңәрәгендә шөғөлләнәм. Рәсем төшөрөргә, төрлө әйберҙәр эшләргә, саңғы шыуырға яратам. Әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм. Өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барыу оҡшай. Төрлө ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе күҙәтергә. Урманда, яланда йөрөргә яратам”.
Риана Таминдарова. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
“Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се синыфында белем алам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә яратам. Акробатика менән шөғөлләнәм. Хәҙер төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым”.
Зөһрә Ҡаһарманова. Бөрйән районының Яңы Уҫман ауылынан.
“Мин 5-се синыф укыусыһымын. Буш ваҡытымда һурәт төшөрөргә спорт менән шөғөлләнәм, китап уҡырға яратам. Әсәйемә һәм атайыма ярҙамлашырға тырышам”.