+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 03:15

Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" хәйриә акцияһында ҡатнашты

Уның маҡсаты - етем балаларҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән килгән балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.

Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" хәйриә акцияһында ҡатнаштыРадий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" хәйриә акцияһында ҡатнашты
Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" хәйриә акцияһында ҡатнашты

23 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Традиция буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәр яҙылған асылмаларын асты. Стәрлетамаҡтан ете йәшлек Алеся менән Өфөнән Розалинда бүләк-сюрприз тураһында хыяллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Теләктәр шыршыһы" хәйриә проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән старт алды. Уның маҡсаты - етем балаларҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән килгән балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас