+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2023, 16:02

“Аманат” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк иттеләр

Бишбүләк районы Айыт урта мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 85-йыллыҡ юбилейына арналған сара үтте.

“Аманат” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк иттеләр
“Аманат” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк иттеләр

27 декабрҙә, Бишбүләк районы Айыт урта мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 85-йыллыҡ юбилейына арналған сара үтте. Уның ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында күренекле шағирҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында, Айыт, Ҡаныҡай, Йылболаҡтамаҡ мәктәбе уҡыусылары араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе уҙғарылды.
Күренекле шағирҙәребеҙ Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкүр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнына текст яҙған һәм ул Ҡоролтай тарафынан хупланып, Башҡортостан Республикаһы конституцияһына индерелгән. Һәммәһенең дә бергәләп, гимнды айырыуса илһам менән башҡарыуы күңелдәргә ятты.
Шиғыр һөйләүсе конкурсанттарға килгәндә, 1-се урынға Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары Лияна Халиҡова менан Ислам Әхмәтшин лайыҡ булды (етәксеһе Айытова Гөлямзә Мөхәрәм ҡыҙы).
2-се урынға Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары Байназар Батраев һәм Ленар Халиҡов сыҡты(етәкселәре Айытова Гөлямзә Мөхәрәм ҡыҙы). Шулай уҡ Йылболаҡтамаҡ мәктәбенән Ғәйзуллина Зилә билдәләнде (етәксеһе Илфина Рәйес ҡыҙы Кинйәбаева)

3-сө урын Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары Сафия Әхмәтшина һәм Лилиә Ғәбиҙуллина (етәксеһе Батраева Дилара Минулла ҡыҙы), Йылболаҡтамаҡ мәктәбенән Динислам Хабибуллин (етәксеһе Илфина Рәйес ҡыҙы Кинйәбаева), Айыт урта мәктәбенән Данияр Сәйетғәлиевкә бирелде (етәксеһе Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова).
Сараның һуңында, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфдред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Жозеф улы Ноғоманов конкурста уңышлы сығыш яһаған һәм ҡатнашҡандарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы, шулай уҡ “Аманат” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк итте.

“Аманат” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк иттеләр
“Аманат” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк иттеләр
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: