+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2023, 12:30

Республикала яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың графигы билдәле булды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яңы йыл байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигы хаҡында һөйләне.

Республикала яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың графигы билдәле булдыРеспубликала яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың графигы билдәле булды
Республикала яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың графигы билдәле булды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында яңы йыл байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигы хаҡында һөйләне.

Поликлиникалар 30 декабрҙән 8 ғинуарғаса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар  консультациялары — 1-5 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа, ә 1-6 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем медицина тикшереүе һәм диспансеризация үтергә мөмкин.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, был осорҙа стационарҙар, ҡабул итеү бүлексәләре һәм ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Бынан алдараҡ яңы йыл байрамдарында Өфө поликлиникаларының пациенттарҙы нисек хеҙмәтләндереүе билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/v-bashkirii-stal-izvesten-grafik-poliklinik-na-novogodnih-prazdnikah-3581297

Автор:Иван Вавилов
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас