+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2024, 08:43

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ!

Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала. Быйыл был сара республика кимәлендә 38-се тапҡыр үткәрелде. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ!Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ!

Сәмле ижади ярышта 287 (9-сы-11-се синыфтарҙан) уҡыусылар – Башҡортостандың район-ҡалаларынан; күрше өлкәләрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Шулай уҡ Татарстан Республикаһынан килгән уҡыусылар ҡатнашты.

Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас