+15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2024, 03:37

Синыф менән "Аманат"ҡа!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Аманат” журналы хәбәрселәре. Һеҙгә Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Әсфәндиәрова Миләүшә Әхмәт ҡыҙы, өсөнсө класс уҡыусылары исеменән, яҙа. Өсөнсөләр ошоға тиклем “Аҡбуҙат” журналына һәр ярты йыл һайын яҙылалар ине. Журнал аша хәрефтәр менән таныштылар. Шиғыр һәм әкиәттәр уҡынылар. Быйыл үҫтеләр, ҡыҙыҡһыныуҙары ла башҡасараҡ. Мәктәп китапханаһына килгән “Аманат” журналдарын яратып уҡығандарын күреп, синыф менән яҙылырға булдылар. “Аманат” журналына яҙылыу квитанцияһы уларға Яңы йыл бүләге булды. Журнал ойошторған уйында ҡатнашып үҙҙәрен һынап ҡарарға булдылар. Редакция менән бәйләнеште өҙмәҫбеҙ тип, ышанам. Синыф етәкселәре – Таһирова Ләйсән Әмир ҡыҙы

Синыф менән "Аманат"ҡа!Синыф менән "Аманат"ҡа!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас