Ә һеҙ кемгә хәҙер үк рәхмәт әйтер инегеҙ? Атай-әсәйҙәргә, туғандарға, күршеләргә, дуҫтарға...
Ер йөҙөндәге һәр бер кеше көн һайын күп тапҡыр рәхмәт әйтә, бынан күңелдәрҙә йылы булып китә. Ошо уңайҙан "Аманат" журналы бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнөндә “Рәхмәт барыһы өсөн” исемле онлайн ҡотлауҙар ҡабул итә. Ихлас күңелдән яңғыраған рәхмәт һүҙҙәрен еткергегеҙ килә икән рәхим итегеҙ!