+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 04:10

Башҡортостанда «Юғарыға ос!» форумы мәктәп уҡыусыларына әхлаҡи тәрбиә биреүгә арнала

Быйыл февраль-март айҙарында Башҡортостанда «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы ойошторола. 

Башҡортостанда «Юғарыға ос!» форумы мәктәп уҡыусыларына әхлаҡи тәрбиә биреүгә арналаБашҡортостанда «Юғарыға ос!» форумы мәктәп уҡыусыларына әхлаҡи тәрбиә биреүгә арнала
Башҡортостанда «Юғарыға ос!» форумы мәктәп уҡыусыларына әхлаҡи тәрбиә биреүгә арнала

Быйыл февраль-март айҙарында Башҡортостанда «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы ойошторола. Көнө әлегә билдәһеҙ. Был хаҡта хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, форум мәктәп уҡыусыларына әхлаҡи тәрбиә биреү эшенә, ошо өлкәләге проблемаларҙы тикшереүгә арнала. Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министрына форумға әҙерлекте тәьмин итергә ҡушты.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Юғарыға ос!» форумының Башҡортостанда мәктәптә белем биреүҙе нисек үҙгәртеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-09/forum-vzletay-v-bashkirii-posvyatyat-nravstvennomu-vospitaniyu-shkolnikov-3595244

Автор:Роман Якимчук
Автор:"Башинформ"
Читайте нас