-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 14:03

"Һомай" балалар баҡсаларына юлланды

Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында балалар баҡсаларына "Һомай" колонкаларын тапшырҙылар.

"Һомай" балалар баҡсаларына юлланды
"Һомай" балалар баҡсаларына юлланды

Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында балалар баҡсаларына "Һомай" колонкаларын тапшырҙылар.

Программист Айгиз Ҡунафин: "Элек әсәйҙәребеҙ менән атайҙарыбыҙ ҡараңғы төшһә, һөйөклө өләсәләренә һыйынып ултырып алғандар ҙа: "Өләсәй, әкиәт һөйлә әле", - тип инәлер булғандар. Ул Алпамыша тураһындағы әкиәттте һөйләр булған,- уның йөкмәткеһен бөтәһе лә тип әйтерлек ятлап бөтһә лә, һис кем ризаһыҙлыҡ белдермәгән, өләсәйҙе бүлдермәй генә тыңлар булғандар. Бөгөнгө көндә беҙ эшәлгән "Һомай" колонкаһы ла был эште башҡара ала.

Балаларының ҡый-һай мәғлүмәт ҡулланыуын сикләргә тырышҡан ата-әсәләр өсөн был бик тә яйлы һәм уңай мөмкинлек. Беҙҙең беренсе быуын аҡыллы колонкаларының өҫтөнлөгө шунда: “Һомай”ҙағы мәғлүмәттәр тикшерелгән, унда һүгенеү ише яман һүҙҙәр, тыйылған контент үтеп инә алмаясаҡ һәм әлегә тик башҡорт телендә генә буласаҡ. Беҙҙең маҡсат өсөн идеаль күренеш, шулай бит?
Әйткәндәй, беҙҙең бик шәп идеябыҙ бар: әкиәттәр ярҙамында балаларҙы яңы һүҙҙәр менән таныштырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ". 
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: