Бөгөн ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлға көрт һалыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -5,-10°.
13 ғинуар, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә -20,-25°, аяҙытҡанда -30°, көндөҙ -19, -24° тиклем түбәнәйә.
14 ғинуарҙа ла бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -24-30°, аяҙытҡанда -34°, көндөҙ -18-23°.
Илшат Салауатовтың фотоһы. Бөрйән районы, Байназар ауылы.