+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2024, 03:33

Китапхана Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алды

Республиканың өс китапханаһына күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде.

Китапхана Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алдыКитапхана Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алды
Китапхана Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алды

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән республиканың өс муниципаль китапханаһына күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде.

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документҡа ярашлы, Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапхана системаһының Уҫаҡкисеү ауылы моделле китапхана-филиалына башҡорт яҙыусыһы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәновтың исеме бирелде.

Бүздәк үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Ҡаңны-Төркәй ауылы моделле китапхана-филиалы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры  Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алды. Өфөнөң Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһының 17-се балалар китапханаһына әҙәбиәт белгесе, Башҡортостанда әҙәби тыуған яҡты өйрәнеүгә нигеҙ һалған Морат Рәхимҡоловтың исеме бирелде.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан китапханаларын яңыртыуға аҡса бүлеү тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-16/trem-bibliotekam-bashkirii-prisvoeny-imena-vydayuschihsya-deyateley-kultury-3604907

Автор:Роман Якимчук
Рәзил Бикбулатов фотоһы
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас