+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2024, 05:36

“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү

2024 йылдың тәүге һанында ниҙәр бар икән? Журналдар почта йәшниктәренә барып етмәгән әле, ә тиҙерәк шуны белге килә бит! Сер итеп һаҡларға уйлағайныҡ, булмай икән шул – һөйөнсөлө хәбәрҙәр күңелде ҡытыҡлап тик тора. Әйҙәгеҙ, булмаһа был һанда ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтә икәнен ҡарап үтәйек.

“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү
“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү

 “Яҙыл да бүләк от!” уйынындағы “Аманат”ың сәпитен кем отто икән? Ошо һорау күптәрҙең башынан сыҡмайҙыр инде, шулаймы? Ә беҙ беләбеҙ, үәт! “Тимер ат”ты менеү бәхете Бөрйән районының Байназар ауылында  йәшәүсе уҡыусыға тәтене. Уның турала мәғлүмәтте журналдың беренсе битендә үк уҡырһығыҙ. Әй, онотоп торабыҙ, беҙҙең еңеүселәр араһында квадрокоптер, уйын теркәүесе -ретро-консоль денди, 3д ручка, магнитола, ҡолаҡсын,  портатив аккумулятор һәм аҡыллы сәғәт отоусылар ҙа бар бит әле! Улар тураһында ла ошо һанда белерһегеҙ.

Шулай уҡ был һанда “Минең остазым”, “Ай, һылыу!” конкурстары еңеүселәре, “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!” акцияһында ҡатнашыусылар тураһында ла мәғлүмәт тупланған. 

Был һанда уҡытыусы, прозаик һәм журналист ағайыбыҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште. 

Яратып уҡыған, гелән күҙәтеп барған рубрикала – “Мәңгелек сер”ҙә “Айға ғына һөйләгән серем...” хаты баҫылып сыҡты. 

“Аманат йондоҙлоғо” рубрикаһы был юлы "Эшҡыуар, блогер, йырсы" Айнур Ғәзизов менән әңгәмә ҡорҙыҡ. Музыкант үҙенең ижад донъяһы, яатҡан шөғөлдәре  тураһында һөйләй.

Ошо урында беҙ журналдың беренсе һанына күҙәтеүҙе туҡтатып торайыҡ. Юғиһә, һәр мәҡәләне барлап яҙғанда уның ҡыҙығы бөтә бит.

“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү
“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас