+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2024, 13:00

Нимә ул - стереотиптар?

Йәштәр, үҫмерҙәр тураһында стереотиптар, йәғни ҡалыплашҡан фекер ололарҙа ғүмер буйы булған һәм буласаҡ. Әлбиттә, улар бер-береһенән айырыла, сөнки һәр быуындың үҙенсәлектәре бар. Беҙ үҫмерҙәр, йәштәр һәм ололарҙан ана шул стерео­типтарға ҡарата ниндәй фекерҙә булыуҙарын һораштыҡ.

Нимә ул - стереотиптар?Нимә ул - стереотиптар?
Нимә ул - стереотиптар?

Аҡйондоҙ Аҡҡолова, 13 йәш.
Бәләкәйҙән, ағайыма эйәреп, машина уйнаным. Уның дуҫтары менән дуҫ булып, таяҡҡа ат­ланып, ат сабыша инек. Батҡаҡта рәхәтләнеп велосипедтар менән яраштыҡ, балыҡ ҡармаҡланыҡ.
Күлдәк кейергә, сәсемә таҫма тағырға яратманым. Әсәйем менән өләсәйем: “һин бит — ҡыҙ кеше”, — тип, миңә төрлө-төрлө ҡурсаҡтар алалар ине. Хатта өләсәйем икенән үргән сәсте йәшенеп кенә ҡырҡҡаным да иҫемдә. Аҙаҡ эләкте инде. Илағанда ла: “һин бит малай булырға теләгәйнең, малайҙар иламай”, — тип көлдөләр.
Шулай итеп, мин өләсәйем менән әсәйемдең ҡалыбына һыймайым, нишләптер?!
Алтынай Әминева. 17 йәш.
Үҫмерҙәр үҙҙәренең мөхәббәте тураһында ололарҙан ниндәй генә һүҙҙәр итешмәй. Әммә оло быуын шуны онота: беҙҙең кеүек ваҡытта уларҙа ла гармондар уйнаған һәм күҙҙәренән “алһыу күҙлек” төшмәгәндер?!. Ләкин беҙ ҙә ярата һәм хисләнә беләбеҙ.
Наил Батталов, 20 йәш.
– Беренсе курсты уҡып бөтөү менән инглиз теленән репетитор булып эшләргә уйланым. Шулай итеп, онлайн-мәктәпкә барып, ғариза яҙып киттем, тик атай-әсәйем, улар мошенник булһа, бына хәҙер һинең документтарың менән бе­рәй кредит алып ҡуйһалар, тип борсолдо. Белмә­гән, күрмәгән кешегә документыңды биреү — ал­йотлоҡ, ә инде карьерала танышһыҙ уңышҡа өлгәшеү бөтөнләй мөмкин түгел, тинеләр.
Әммә улар әйткән стереотип фекерҙең киреһен иҫбатлап, бына мин әлеге ваҡытта, өйҙә генә ултырып, интернет ярҙамында ғына аҡса эшләп ултырам.
Донъя үҙгәрә шул... Бәлки мин дә, атай булғас, үҙ заманымдан килгән стереотиптарға эйәрермен. Кем белә?
Гөлбаныу Иҙрисова, 78 йәш.
“Кешеләр нимә уйлар?” тигән стереотипты беҙгә бәләкәйҙән һалғандар. Эйе, эйе, нәҡ шулай! Берәй нәмәне яңылыш эшләһәң, ауылда һинең турала, атай-әсәйең тураһында һүҙ китәсәк ине. Шуға күрә берәй кеше һинең турала насар уйлап ҡуймаһын өсөн ул кешегә оҡшарға тырыша торғайныҡ.
Йәштәргә, үҫмерҙәргә шуны әйтер инем: барыһына ла оҡшап, тап килеп булмай! Һәр ваҡытта ла үҙегеҙ булып ҡала белегеҙ, әммә күпте күргән ололарҙың әйткәненә лә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ. Улар бушты һөйләмәҫ. Динебеҙҙе лә, йолаларыбыҙҙы ла боҙмағыҙ.
С. Ҡыуатова әңгәмәләште.

Нимә ул - стереотиптар?
Нимә ул - стереотиптар?
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас