+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2024, 10:23

Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 19 ғинуарҙа, һауа температураһы -5, -10°, көньяҡ-көнсығышта -15° күтәрелә.

Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр иттеБашҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте
Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостанда синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 19 ғинуарҙа, һауа температураһы -5, -10°, көньяҡ-көнсығышта -15° күтәрелә.

Шәмбе, 20 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙың айырым участкаларына көрт һалыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -6, -11°, көньяҡ-көнсығышта -16°, көндөҙ -3, -8°.

Йәкшәмбе, 21 ғинуарҙа, төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт. Ел көньяҡтан талғын, төндә һәм иртән урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9°, көньяҡ-көнсығышта -14°, көндөҙ -2, -7°, көньяҡ-көнсығышта -12°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-19/v-bashkirii-sinoptiki-rasskazali-o-pogode-na-predstoyaschie-vyhodnye-3609166

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас