Элиза Сөләймәнова. Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылынан.
“Мин 8 синыфта гел 5 билдәләренә өлгәшәм. Әҙәби китаптар уҡырға яратам, өй гөлләрен тәрбиәләйем, әсәйемә лә булышам.
Киләсәктә башланғыс класс уҡытыусыһы булғым килә, сөнки үҙемдән кеселәрҙе яратам.
Римма Хөснөтдинова. Сургут ҡалаһынан.
“Мин 4-се синыфта тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға яратам. Мәктәптә үткән төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашам.
Әсәйемдең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһымын! “
Әлиә Мөһәмәтғәлина. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан.
Мин 6-сы синыфта белем алам. Спорт менән шөғөлләнәм, китап уҡырға яратам, һүрәт төшөрәм. Миңә-12 йәш тулды. Әсәйемә һәм атайыма ярҙам итешәм.
Варвара Кочкина. Өфө ҡалаһы.
“Өфө ҡалаһының 269 балалар баҡсаһында тәрбиәләнәм. Варвара бик дәртле ҡыҙ: бейей, йырлай, шиғыр һөйләй, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бигерәк тә әкиәт һөйләүгә әүәҫ. Күп кенә көләмәстәр ҙә белә. “Киләсәктә намыҫлы кеше булып үҫкем килә!” – ти ул
Шәурә Ҡаһарманова. Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан.
“Мин 7-синыф укыусыһымын. Буш ваҡытымда йырларға, бейергә яратам. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам, спорт менән дә дуҫмын. Саф башҡортса телемде боҙмай һөйләшәм. Хыялым – халҡыма, телемә, илемә кәрәкле, файҙалы һөнәр үҙләштерергә һәм һәр көндөң йәмен, матурлығын күреп, тормошта үҙ урынымды табып, бәхетле йәшәргә!”