+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2024, 04:37

Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле яратҡан “Аманат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған республикабыҙҙың Шайморатов синыфтары араһында фотоконкурс уҙғарыла тигән мәғлүмәтте уҡығас, үҙебеҙҙең синыф тураһында яҙырға булдым.

Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙҙең синыфта барлығы егерме бер уҡыусы. Гимназиябыҙға район үҙәге
Талбазынан тыш Ауырғазы районының тағы ла ете ауылынан килеп белем
алалар. Интернатта тороп уҡығандар ҙа бар.
Беҙҙең синыф татыу, берҙәм, дуҫ һәм әүҙем булыуҙары менән айырылып
тора. Синыф етәксебеҙ физкультура уҡытыусыһы Йәлилов Урал Нил улы
беҙҙе тырыш, өлгөр, берҙәм, спортты яртырға өйрәтә. Синыф командиры –
Ғәлиева Әлиә бик шәп ҡыҙ! Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Беренсе
синыфтан бирле тик бишле билдәләренә генә өлгәшә. Төрлө гимназия, район,
республика
конкурстарында,
олимпиадаларҙа,
фәнни-
ғәмәли
конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора ул. Уны барыбыҙ
ҙа хөрмәт итәбеҙ.
Һәр ҡайҙыбыҙ нимәгәлер маһир. Төрлө түңәрәктәрҙә, секцияларҙа, музыка
мәктәбендә лә шөғөлләнәбеҙ.
Көрәшсе егеттәребеҙ Илнар һәм Таһир Йәғәфәровтар , Ибәтуллин Радим,
Әлмөхәмәтов Ислам, Әхмәтов Раян тырышып аҙнаһына өс тапҡыр
күнекмәләргә йөрөй. Ильнар менән Радим республика кимәлендә призлы
урындар ҙа алып ҡыуандырҙы.
“Нәфис һүҙ оҫтаһы “ ижади берләшмәһендә, “ Театр” түңәрәгендә
шөғөлләнгән синыфташтарым Брагина Снежанна, Вәлитова Нәркәс,
Һатлыҡова Илһөйәр, Әлмөхәмәтов Ислам, Ғибәҙуллина Зөлфиә, Ғәлиева
Әлиә, Әхмәтов Раян, Мәүлетов Айгиз һәм мин төрлө конкурстарҙа
ҡатнашып торабыҙ. Уҙған йылда Снежанна һәм мин “Аманат” журналы,
“Йәншишмә” гәзите уҙғарған шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеүсе
булдыҡ. Быйылғы уҡыу йылында районыбыҙҙа Рәшит Назаровтың тыуған
көнө уңайынан уҙғарылған “Бөтә ғаләм ҡәләм осонда” шиғыр һөйләүселәр
конкрсында Әлиә менән Илһөйәр призер булдылар.
Вәлитова Нәркәс Башҡорт теле көнөнә арналып уҙғарылған регион-ара
“Атам теле! Әсәм теле! Минең телем!” онлайн шиғыр һөйләүселәр
конкурсында икенсе урын алды.
“Аҡбуҙат” Республика балалар журналы менән берлектә уҙғарылған I
республика асыҡ һүрәттәр конкурсында Ғибәҙуллина Зөлфиә призер , ә
Вәлитова Нәркәс еңеүсе булды.
Синыфыбыҙҙа матур һүрәт төшөрөүселәр күп. Улар “Аманат” журналының
“ Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсында әүҙем ҡатнашып тора, эштәре
журнал биттәрендә лә баҫыла.
Районыбыҙҙың Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә
Мөхәмәтшин Искәндәр теләп шөғөлләнә. Ул гимназиябыҙҙың өлгөлө
“Дуҫлыҡ” ҡурай ансамбеле менән төрлө республика, Бөтәрәссәй
конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулай. Искәндәр уҡ атыу менән
дә ҡыҙыҡһына.
Спорт менән дә дуҫ беҙ! Бөтәрәссәй көҙгө кроста икенсе урын алдыҡ.
Үҙем һәр йыл һайын физкультура буйынса олимпиадала ҡатнашып районда
призер булдым. Быйыл да һынатмаҫмын тип уйлайым.
Төрлө йыр смотрҙарында ла беҙҙең синыф ҡатнашып призлы урындар
алып тора. Осрашыуҙар, парадтар, төрлө патриотик саралар беҙҙең
шайморатов синыфы ҡатнашлығында уҙа.
Август айында “Шайморатов кластары” өсөн профилле лагерҙа Мин,
Липова Дарина, Илһөйәр, Айгиз , Ислам менән барып ял итеп, төрлө спорт
ярыштарында, интеллектуаль уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып яңы дәрт ,
көс алып ҡайттыҡ.
Шулай уҡ “Йәйге Шайморатов уйындарында” ҡатнашыу бәхете лә
татыны. Унда Әлиә, Илһөйәр, Нәркәс, Айгиз, Таһир, Илнар һәм мин
ҡатнаштым. Синыф етәксебеҙ Урал Нил улы менән Өфө ҡалаһының төрлө
билдәле музейҙарында, иҫтәлелекле урындарында ла булып өлгөрҙөк.
Артабан да беҙҙең Шайморатов синыфы һынатмаҫ тип ышанам!
Ғизәтуллина Карина,
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының
6-сы, Шайморатов класы уҡыусыһы,
“Аманат” журналының Йәш хәбәрсеһе.
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Беҙ-илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас