Шәжәрә – ул милләт танытмаһы. Үҙ нәҫелеңдең тамырҙарын, ырыуыңдың тарихын төплө белеү бөгөн һәр кеше өсөн әһәмиәтле ғәмәл булып иҫәпләнә. Туған тел һәм шәжәрә – асылда бер бөтөн күренеш. Ошо ике таяу ныҡлы булғанда ғына милләт йәшәйәсәк һәм артабан ишәйәсәк. Шуға күрә лә республика архивсылары шәжәрә аша үҫмерҙәрҙә атайсалға, тарихҡа, нәҫел тамырҙарына һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләп, уларҙы ҡаһарман ата-бабалар өлгөһөндә көслө рухлы илһөйәр шәхестәр итеп үҫтерергә ынтыла.
Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында шәжәрә конкурсын 2017 йылда уҙғара башлағайны. Был ижади бәйгенең мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2020 йылдың 2 апрелендә «Минең шәжәрәм» асыҡ республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын үткәреү тураһында» ҡарар ҡабул итте.
Быға тиклем үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә Башҡортостандың барлыҡ райондары һәм ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусылар байтаҡ булды. Свердловск, Силәбе, Һамар, Түбәнге Новгород, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы уҡыусылары ла әүҙемлек күрһәтте. Улар араһынан Свердловск, Силәбе өлкәләре уҡыусылары лауреат булыу бәхетенә иреште.
Был көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған «Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!» исемле конкурс уҙғара. VII ижади бәйгенең төп маҡсаттары – Башҡортостандың, уның баш ҡалаһының тарихын һәм билдәле шәхестәрҙең биографияһын төплөрәк өйрәнеү, ғаилә ҡиммәттәренә хөрмәт, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу.
Йәш тарихсылар араһындағы ижади бәйгелә 8-11-се класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.
Конкурс өс номинация буйынса уҙғарыла:
Өлкән класс уҡыусылары һәм студенттарҙың үтенесен иҫәпкә алып, Конкурс комиссияһы заявкаларҙы һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен ҡабул итеүҙе 1 мартҡа тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Материалдарҙы электрон почта (urakaeva.aa@bashkortostan.ru) аша ебәрергә йәки Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 7 адресы буйынса килтереп тапшырырға мөмкин.
Әйткәндәй, уҙған йылдың октябрь башында уҡ Мәғариф һәм фән, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлыҡтарына, ҡала һәм район хакимиәттәренә конкурстың шартнамәһе менән рәсми хаттар ебәрелгәйне. Бынан тыш, йәш тарихсылар араһындағы ижади бәйге тураһында мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы сайттарында, социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин (положение «О проведении ежегодного открытого республиканского конкурса научно-исследовательских работ «Мое шежере», приказ от 19 сентября 2023 года «О проведении VII открытого республиканского генеалогического конкурса научно-исследовательских работ»).
«Минең шәжәрәм» асыҡ республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы Башҡортостандың мәҙәни-рухи тормошонда лайыҡлы урын биләй. Ижади бәйгелә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһының «Торатау» конгресс-холында үткәрелеүе ошо хаҡта асыҡ һөйләй. Лауреаттар – дипломдар һәм ҡиммәтле приздар, ә фәнни етәкселәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Улар өсөн баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында экскурсия ла ойошторола.
Йәш дуҫтар, әйҙәгеҙ, баш ҡалабыҙ тарихын бергәләп яҙайыҡ! Һеҙҙән Өфөбөҙҙөң үткәне һәм бөгөнгөһө, уның билдәле шәхестәре һәм баш ҡалала йәшәгән яҡташтарығыҙ, туғандарығыҙ тураһында ҡыҙыҡлы ғилми эштәр көтәбеҙ!
Ниязбай СӘЛИМОВ,
Башҡортостан Республикаһының
Милли архивы директоры урынбаҫары